"Вивальди" Шайморатов һәм Суворов миҙалдарына лайыҡ булды

Баҡалы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Вивальди” позывнойлы һалдат яуҙағы хеҙмәте өсөн Шайморатов һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнде. Хәрбиҙең ҡаҙанышы хаҡында район хакимиәте башлығы Олег Ефимов социаль селтәрҙә хәбәр итә. “Яҡташыбыҙ, Ватанды һаҡлаусы, ысын герой, тыйнаҡ һәм ябай егет, “Вивальди” йәш быуынға өлгө булып тора. Махсус хәрби операция башланғандан алып егет тыуған иле өҫтөндәге аяҙ күк йөҙө хаҡына һаҡҡа баҫты. Ул Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, башҡорт батальондарының береһендә хеҙмәт итә”, – тип яҙа район башлығы.

Фото №1 - "Вивальди" Шайморатов  һәм  Суворов  миҙалдарына лайыҡ булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ