Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, машиналар 23 мышы, 33 ҡоралай, 4 ҡабан сусҡаһын бәрҙергән. Водителдәргә махсус билдәләр ҡуйылған урындарҙа үтә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Тәбиғәткә килтерелгән зыян ОСАГО полисы буйынса ҡаплана, страховка килешеүе булмаһа водитель түләй.







