Баш ҡаланың иң күләмле капиталь ремонты Беренсе май урамында ойошторолған. Урындағы йылылыҡ магистрале 64 йыл элек сафҡа ингән, быға тиклем капиталь ремонт ни бары ике тапҡыр - 1994 һәм 2009 йылдарҙа үткән. Ул 300-гә яҡын объектты, шул иҫәптән мәктәп, балалар баҡсалары һәм медицина учреждениеларын йылылыҡ менән тәьмин итә. Капиталь ремонт планға ярашлы үтә. Эш барышында эҫе һыу һүндерелмәгән. 19-сы йылылыҡ магистрален капиталь ремонтлау 600 метрға яҡын торба үткәргесен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ йылылыҡ камералары һәм каналдың төҙөлөш конструкциялары монтажлана. Маҡсат - Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында йәшәүселәрҙе йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһының сифатын яҡшыртыу һәм ышаныслылығын нығытыу.



