Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсе Людмила Щербина үҙенең йөҙөнсе тыуған көнөн билдәләне

Бер быуатлыҡ юбилей. Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсе Людмила Щербина бөгөн үҙенең йөҙөнсе тыуған көнөн билдәләне. Людмила Михайловна 1924 йылдың 2 авгусында Благовещен ҡалаһында донъяға килгән. Һуғыш йылдарында Өфөнөң Авиация заводында эшләй, һуңынан Мурманскиҙа йәшәй. 1971 йылда Өфөлә төпләнә. Ҡыҙғанысҡа, былтыр Людмила Щербина ауыр йәрәхәтләнеп, аяҡһыҙ ҡалған. Шуға ҡарамаҫтан ул төшөнкөлөккә бирелмәй - ейәндәре, бүлә-бүләсәләре менән даими телефон аша һөйләшеп тора, шиғырҙар уҡый.

Юбилярҙы баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников тәбрикләне. Ул йәҙйәшәргә Рәсәй президентының һәм Башҡортостан башлығының ҡотлау телеграммаларын еткерҙе. Әйткәндәй, йыл башынан Октябрь районында ғына 7 кеше күркәм юбилейҙарын билдәләгән. Бишәүһе йөҙөнсө тыуған көнөн ҡаршы алһа, икәүһе 105 йәшен.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ