Республика аграрийҙары мелиорация мәсьәләләрен барланы, техник етен үҫтереү, зшкәртеү ысулдары менән танышты. Төбәктең аграр профилле ойошмалары вәкилдәре, ауыл хужалығы идаралыҡтары белгестәре, ғалимдар ҡатнашлығындағы семинар-кәңәшмә хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
«Баҫыу көнө» семинар-кәңәшмәһе сиктәрендә Бүздәк районында Башҡортостанда беренсе, Рәсәйҙә өсөнсө булып етен сүсе эшкәртеү заводы асылды. Завод сәғәтенә 1 тонна сеймалды эшкәртә, 250-300 килограмм әҙер сүс сығара.
«Ирешелгән һөҙөмтәләрҙә туҡтап ҡалмай, бизнесты артабан үҫтереүсе эшҡыуарҙарҙың тырышлығы һоҡландыра. Бүздәк районында Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып етен сүсе эшкәртеү заводы Шафуат Хәбибрахманованың фермер хужалығында асылды.» Яҡшы башланғыс һәм перспективалы йүнәлеш һайлаусы эшҡыуарға Башҡортостан Башлығы уңыштар теләне.
Бынна ары төбәктә йорттарҙы етен сүсенән һуғылған кирбестән төҙөргә мөмкин. Уларҙы ҡулланғанда биналар ныҡлы һәм экологик яҡтан таҙа була, тип билдәләй белгестәр. Ҡышын был материал йортта йылыны оҙағыраҡ һаҡлай, йәйгеһен торлаҡ артыҡ йылынмай. Бындай төҙөлөш материалы артыҡ тауышты йота. Тауыш изоляцияһы менән дә проблемалар булмаясаҡ.
Бүздәк районында етен тулы циклда эшкәртелә. Заманса агротехнологиялар буйынса маржиналь култураны үҫтереү, етен талҡыны һәм сүстәрен ҡулланыу ысулдары «Баҫыу көнөндә» күрһәтелде. Сеймал Курск, Пенза һәм Владимир ҡалаларына ташыла, Ҡытайға ла экспортлана. Туҡыу һәм төҙөлөш материалдары эшләнелә.
Етен парник газдарын да уҫаҡ, тирәк ағастарына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк йота. Урманды үҫтереүгә тиҫтә йылдар талап ителә, ә етенгә тупраҡҡа һәм тәбиғәт шарттарына яраҡлашыу кәрәкмәй, ул талымһыҙ һәм тиҙ үҫә. Маржиналь культураны һайлау иҡтисади яҡтан да отошло.
Завод тулыһынса Рәсәй инженерҙары тарафынан ҡоролған һәм ул үҙебеҙҙең илдә етештерелгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Тимәк, ремонт менән бәйле мәсьәләләрҙә ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ.
Ысынлап та ауыл хужалығының киләсәген пилотһыҙ технологияларһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Дрондар ҡулланыу технологик яҡтан отошло.Сәсеүлектәр тәгәрмәстәр менән иҙелмәй, ерҙең һәр өлөшө иғтибар үҙәгендә. Бейек һабаҡлы культураларҙы, һаҙлыҡлы урындарҙа үҫемлектәрҙе еңел эшкәртергә мөмкин. Тамсылар һабаҡтарға ныҡлы үтеп инә.
Бүздәк районында Хәбибрахманова крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында автоматлаштырылған һыу һибеү ҡоролмалары ярҙамында етен, сөгөлдөр үҫтереү технологияларын ҡулланыу тәжрибәһе лә күрһәтелде. Етен сүсен беренсел эшкәртеү буйынса завод эшенә старт бирелде.
Гүзәл Борханова






