Алға һыҙыҡҡа. Ике аҙна ялдан һуң бер төркөм яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатырға яҡындары, власть вәкилдәре һәм хәрбиҙәр йыйылды. Ватан һаҡсыларын Өфө-Арена боҙ һарайы алдынан тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт иткән урындарына тиклем илтеү өсөн уңайлы автобустар бүленгән. Яугирҙар отпускты мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланырға тырышҡан. Улар ял көндәрен ғаиләһе, яҡындары эргәһендә үткәргән, илһөйәрлек сараларында ҡатнашҡан. Алғы һыҙыҡта яҡташтарын көткән ир-егеттәргә улар посылка, хаттар һәм башҡа гуманитар ярҙам алып китте.






