Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙар ғаиләләре өсөн бушлай консультациялар үткәреү дауам итә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар ғаиләләре өсөн бушлай консультациялар үткәреү дауам итә. Сираттағы осрашыу Иглин районы үҙәгендә уҙҙы. Унда һалдаттарҙың туғандары уларҙы борсоған төрлө мәсьәләләр буйынса бушлай консультация алды. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, көнкүреш проблемалары - һорауҙар күп төрлө ине.

Нәфисә Хәлилова бер нисә ай дауамында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улынан хәбәр көтә. Ил һағына үҙ теләге менән баҫҡан яугир хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Әсә яҡшы яңылыҡтарға өмөт итә. Белгестәр менән осрашыуға ул бер нисә проблема менән килгән.

Белгестәр менән осрашыуға башлыса яугир әсәләре һәм ҡатындары килгәйне. Йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу, утын килтереү, ҡойо ҡаҙҙырыу, түләүҙәрҙе юллау - консультацияға килеүселәрҙең һорауҙары күп төрлө ине.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләре өсөн консультациялар республикала йыш үткәрелә. Уның сиктәрендә дәүләт эшмәкәре, юрист, табип менән туранан-тура һөйләшеп, бушлай кәңәштәр алырға мөмкин.

Консультация барышында төрлө йүнәлеш белгестәренә бер урында мөрәжәғәт итергә мөмкин. Йәғни яугир туғандарына төрлө инстанциялар тупһаларын тапап йөрөргә тура килмәй. Бындай саралар Иглин районы үҙәгендә генә түгел, башҡа ауыл биләмәләрендә лә дауам итәсәк.

Рәзилә Ғилметдинова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ