Өфөлә баш ҡаланың тарихи юбилейына сығарылған тәңкә йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде

Уның номиналы 3 һум, аҡса 925-се пробалы көмөштән эшләнгән. Тәңкәнең бер яғында Рәсәй гербы, икенсеһендә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле менән Совет майҙаны урынлашҡан. Юбилей тәңкәһе «Гознак» фабрикаһында һәм ҡайһы бер банктарҙа һатыла. Уларҙың исемлеге Рәсәй банкы сайтында күрһәтелгән. Баш ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, иҫтәлекле тәңкә шулай уҡ киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн ваҡыт капсулаһына ла һалынасаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ