Ишембайҙа физкультура уҡытыусыһы көнө һәм «Спорт ере» Бөтә Рәсәй марафонына һайлап алыу этабы үтте

Сарала уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә эшләүсе физкультура уҡытыусылары тәбрикләнде, саф һауала ҡунаҡтар һәм спорт яратыусылар зарядка эшләне. Физкультура уҡытыусыһы көнө республиканың бөтә район-ҡалаларында үтә. Ғәҙәттә һөнәри байрам августың икенсе йәкшәмбеһендә ойошторола. «Спорт ере» марафонында еңеүселәр бәйгенең федераль этабында ҡатнашасаҡ тип көтөлә.

Спорт фестивале сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн ойошторола. Был марафон былтыр Өфөлә үтте һәм сараны Ишембайҙа уҙғарыу тәҡдиме ҡаралды. Башҡортостанда йәшәүселәр спорт бәйгеләрен яратып ҡабул итә, сөнки беҙҙә 3 йәшлек балалар һәм 80 йәшлек өлкәндәр ҙә спорт менән шөғөлләнгән осраҡтар күп.

Эльза Ҡарамырҙина, Башҡортостан спорт министры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ