Сәмле ярышҡа Рәсәйҙең иң яҡшы баскетбол уйнаусылары йыйыласаҡ. Матчҡа әҙерлек буйынса республиканың баскетбол федерацияһының попечителлек советы ултырышы үтте. Осрашыуҙа Башҡортостанда баскетболға ярҙам саралары, был йүнәлештә турнирҙар үткәреүгә бағышланған һорауҙар ҡаралды. Алдағы 4 йылда республикала баскетболды үҫтереү программаһы ла тикшерелде. Шулай уҡ быйыл баскетбол буйынса Өфөнөң яңы командаһын булдырыу планлаштырыла. Ул Рәсәй Чемпионатының юғары Лигаһында ҡатнаша.






