Өфөлә элекке «Победа» кинотеатры бинаһы ремонтлана

2017 йылдан башлап бина емерелә башлаған. Реконструкция тураһында ҡарар ваҡытында ҡабул ителә, һәм яңыртылғандан һуң бина йәш тамашасы театрына тапшырыласаҡ. Баш ҡаланың 450 йыллығына башҡа биләмәләр ҙә төҙөкләндерелә. Төбәк етәкселеге йәмәғәт киңлектәренең уңайлылығына ҙур иғтибар бүлә. Өфөнөң Калинин районында яңыртылыусы объекттар тураһында киләһе яҙмала.

7 йыл эсендә быйыл йәй беренсе тапҡыр «Победа» кинотеатрында тынлыҡ боҙолған. Ошо йылдар эсендә ул буш торған һәм ташландыҡ хәлдә булған. Әлеге ваҡытта бина сүп-сарҙарҙан һәм серек деталдәрҙән таҙартыла. Төҙөүселәр үҙҙәре лә бында ремонт эштәренә ваҡытында тотондоҡ,тип ҡыуана.

Был бинаға ваҡытында инеүҙе үтеп барған поездың һуңғы вагонына эләгеү менән сағыштырырға мөмкин. Бинаның емерелеүенә сик ҡуйып, артабан тергеҙеү эштәрен башҡарасаҡбыҙ. Капиталь ремонт барышында барлыҡ инженер селтәрҙәре, стеналар, бүлемдәр, нигеҙ, ҡыйыҡ алмаштырыласаҡ.

Сергей Минеев, Проекттың баш инженеры

«Победа» кинотеатрында беренсе фильм 1948 йылда күрһәтелә. Ул «Күңелле балалар» комедияһы. Шул мәлдәрҙән алып кинотеатр Черниковка халҡының яратҡан ял итеү урынына әүерелә. Яңы ремонт, асылда, бинаға йән өрә. Әммә гипстан һылап эшләнгән тарихи элементтар һәм ҡыйыҡ материалы һаҡланасаҡ. Кинотеатрҙың мәҙәни мираҫ объекты статусы булыуы төҙөүселәргә яуаплылыҡ өҫтәй.

Тарихи архитектураны һаҡлау һәм артабан тергеҙеү мөмкинлектәре иҫәпкә алына. Документтарҙы ентекле өйрәндек. Эш мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы рөхсәт иткән проект буйынса ғына башҡарыла.

Игорь Чернов, Өфө ҡала хакимиәтенең капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе

Әйткәндәй, бинаны халыҡ ҡына түгел, ә ошо сәхнәлә сығыш яһаусы - йәш тамашасы театры артистары ла көтә. Яңыртылғандан һуң учреждение уларға тапшырыласаҡ. Залда 290 урын буласаҡ. Объект 2025 йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип күҙаллана.

Беҙ яңыртылған бина сәхнәһендә күҙҙәре янып торған актерҙарҙың сығышын ҡарарға тамашасыларҙы көтөп ҡалабыҙ.

Арыҫлан Зөбәйҙуллин, Өфө йәштәр театры директоры
Выборы 2026

Инорс халҡы тағы ла бер төҙөкләндерелгән мөһим объект - «Йылы» күл өсөн рәхмәт белдерә. Күл биләмәһе тулыһынса яңыртылған. Төҙөкләндергәнгә хәтлем ул ташландыҡ хәлдә тиерлек булған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бында булғандан һуң хәл яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Ул саҡта республика башлығы халыҡҡа был зонала шарттарҙы яҡшыртыуҙа ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе һәм вәғәҙә үтәлде. «Йылы» күл ҡала халҡының яратҡан ял итеү урындарының береһе.

Юлдар, эскәмйәләр, уйын майҙансыҡтары, мангал зонаһы барлыҡҡа килгән, өҫтәмә рәүештә яҡтыртыу ҡоролмалары һәм ҡойма ҡуйылған. Эш көндәрендә лә, бында кешеләр күпләп ял итергә килә.

Бында юлдар булманы, һуҡмаҡтан ғына йөрөй инек. Хәҙер асфальт юлдар барлыҡҡа килде, халыҡ ҡәнәғәт һәм бәхетле. Айырыуса өлкәндәр һәм балалар рәхәтләнеп ял итә.

Ирина Сәләева, Өфөлә йәшәүсе

Өфөнөң Калинин районында иһә Ильич скверында фонтан реконструкциялана. Архитектура объекты яҡтыртыу һәм музыка менән тулыландырыласаҡ, биләмә лә тулыһынса яңыртыласаҡ. Башҡалабыҙ Өфө юбилейы-ҙур күңел асыу программаһы ғына түел, халыҡҡа оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итәсәк , ҡалаға кәрәкле объекттар ҙа.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ