Хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмөн оҙатыу сараһы “Өфө-Арена”ла үтте. Улар араһында хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин бар. “Журналист” ҡушаматлы яугир уҙған йылдың декабрендә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө.
Ватан һаҡсыларын власть, төрлө йәмәғәт һәм дини ойошма вәкилдәре сәләмләне. “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте ағзалары яугирҙәргә мәктәп уҡыусыларының хаттарын тапшырҙы.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренең намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтте. Ул бер төркөм яугиргә Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.
Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә. Контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр 1 миллион 200 мең һумға етте. Килешеүгә ҡул ҡуйырға теләүселәр 117 телефоны буйынса шылтырата ала. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19.








