Әле сәсеүлектәре зыян күргән райондар тейешле документтар әҙерләй. Был турала ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, ужым культуралары артыҡ дымлылыҡтан шыта ла башлаған. Радий Хәбиров иһә ауыл халҡына мал аҙығы менән ярҙам итеү юлдарын да барларға ҡушты. Юғиһә ҡышҡылыҡҡа бесәнһеҙ инеү ҡурҡынысы бар. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.
Өс айлыҡ, ә ҡайһы бер райондарҙа хатта ярты йыллыҡ норма ямғыр яуған. Һөҙөмтәлә ауыл хужалығында эштәр күпкә тотҡарлана. Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, ураҡҡа әле ике аҙна элек үк төшөргә тейештәр ине. Техника яландарға инә алмағас, ужым шыта ла башлаған, иртә культуралар әле ярайһы уҡ яҡшы хәлдә.
Һауа торошонда августың уртаһына тиклем үҙгәреш көтөлмәй, ти синоптиктар. Әгәр аграрийҙар был мәсьәләне өҫтәмә техника йәлеп итеү менән хәл итә алһа, ябай халыҡ мал аҙығы әҙерләүҙә ҡыйынлыҡтар кисерә. Радий Хәбиров был йәһәттән ярҙам итергә ҡушты. Ямғырҙар айырыуса күп яуған район башлыҡтарына килтерелгән зыян күләмен барлап тәҡдимдәр әҙерләү бурысы йөкмәтелде.
Республика башлығы шулай уҡ ташҡын йыуған юлдар һәм күперҙәрҙе лә тиҙ арала төҙөкләндереү бурысы ҡуйҙы.
Һауа торошо республикала көтөлгән күләмле байрамдар әҙерлегенә лә ҡамасаулай. Радий Хәбиров Баймаҡ районында 15-16 августа үтәсәк «Башҡорт аты» фестиваленә әҙерлек барышы менән ҡыҙыҡһынды. Сөнки өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған сара байрам кимәленән сыҡты. Был фестиваль төбәктә туризмды үҫтереү, ошо өлкәлә эшләүсе бизнесты йәлеп итеүгә ҡоролған.
Әйткәндәй, йыл да июль айында эшҡыуарлыҡ өлкәһенең реестры яңыртыла. Уның һөҙөмтәләре буйынса бизнестың артыуы күһәтелә. Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ объекттары былтырғы менән сағыштырғанда 5 процентҡа күберәк иҫәпләнә. Ә үҙмәшғүлдәр йыл башынан алып ҡына 21 процентҡа артҡан.
Радий Хәбиров тап бизнес өлкәһе иҡтисадтың терәге булыуын белдерҙе. Уларҙың өлөшөнә тулайым продукттың өстән бер өлөшө тура килә. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, эшҡыуарлыҡ үҫешә, тине төбәк башлығы. Тармаҡты артабан да йәнләндереү өсөн Радий Хәбиров яҡын киләсәктә райондарҙың бизнес шерифтарын кәңәшмәгә саҡырҙы.
Айнур Кәбиров



