Башҡортостанда «Рекрут « проекты эшләй башлай

Был акцияны республиканың Рәсәйҙең армия, авиация һәм флотҡа ирекле ярҙам итеү йәмғиәте тәҡдим итә. Акцияға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүселәргә ярҙам итеүселәр эшмәкәрлеге аҡсалата билдәләнәсәк. Был турала ойошма етәксеһе Игорь Нурмөхәмәтов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Ғәҙәттә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм яңы яугирҙарҙы йәлеп итеүселәр үҙ иҫәбе һәм ваҡытын сарыф итә. Аҡсалата ярҙам беҙҙең эштең сифатын күпкә яҡшыртасаҡ, тине ДОСААФ етәксеһе. Проект һәр кешегә илһөйәрлек һәм бөйөк миссияға теләктәшлек белдереү мөмкинлеге бирә. Радий Хәбиров «Рекрут» проектының әлеге ваҡытта мөһим башланғыс булыуын билдәләне.

Игорь Нурмөхәмәтов әйтеүенсә, ирекмәндәр йыш ҡына төпкөлдәргә сығып хәрби-патриотик йүнәлештә , контракт хеҙмәте тураһында аңлатыу эштәре алып бара. «Рекрут «программаһы махсус хәрби операцияла хеҙмәт итергә теләүселәр менән эш алып барыусыларға социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙаллай.

«Рекрут» программаһына ярашлы контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүсене йәлеп итеүсе һәр кешегә 50 мең һум күләмендә түләүҙәр ҡаралған. Рекрут һәм контракт төҙөргә теләүсе ДОСААФ бүлексәһенә килә икән улар менән аңлатыу эштәре алып барыла. Һуңынан махсус хәрби операцияға ҡушылырға теләүсе урындағы хәрби комиссариаттарға оҙатыласаҡ. Унда медицина комиссияһы үтеп контракт төҙөй ала.

Игорь Нурмөхәмәтов, Башҡортостандың ДОСААФ рәйесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ