Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң рух күтәренкелеге менән йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» спорт һарайы янындағы майҙанда «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынан 120 хәрбиҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Ғаиләләре янында улар ике аҙна булған. Махсус хәрби операция биләмәһенә БЮТ хәбәрсеһе - «Журналист» ҡушаматлы яугир ҙа юлланды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ял тантаналы шарттарҙа тамамлана. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәткән бер төркөм яҡташтарыбыҙ Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Хәрбиҙәр билдәләүенсә, республиканан күрһәтелгән иғтибар - рухи көс сығанағы, Еңеүгә ышанысты арттыра ғына.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынан барлығы 120 хәрби ике аҙналыҡ отпускынан һуң алғы һыҙыҡҡа юллана. Ҡыйыу замандаштарыбыҙ араһында коллегабыҙ - «Журналист» ҡушаматлы яугир ҙа бар. Ялды ул башлыса ғаиләһе янында уҙғарған, шул уҡ ваҡытта файҙалы осрашыуҙар ҙа күп булған. Иңендә яуаплы бурыс - хәрби хеҙмәттәштәренә яҡындарынан ноутбук һәм башҡа посылкалар алып бара.
Полкта төрлө милләт һәм дин вәкилдәре хеҙмәт итә. Барыһын да - тыуған илгә ҡарата һөйөү берләштерә. Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә республика, ил кимәлендә хәстәрлек күрһәтелә.
«Өфө-арена» янындағы майҙандан алғы һыҙыҡҡа өс автобус юлланды. «Хушлашыу еңелдән бирелмәһә лә, хәрби позициялар көтә, ил мәнфәғәттәрен яҡларға кәрәк», - ти яугирҙар. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың сафын һәр кем тулыландыра ала. Контракт буйынса хеҙмәткә яҙылыу дауам итә. Федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алғанда, Башҡортостанда йәшәүселәр бер тапҡыр 1 млн 205 мең һум аҡса аласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина






