Шишмә районында коммерцияға ҡарамаған ойошманың тотороҡло үҫеш тураһында конференция үтте

Шишмә районында коммерцияға ҡарамаған ойошманың тотороҡло үҫешен нисек тәьмин итеү тураһында фекер алыштылар. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән республика башлығы гранттары фонды һәм Йәмәғәт палатаһы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында семинар ойошторҙо. Программала белем биреү майҙансыҡтары һәм экскурсия планлаштырылған. Белгестәр коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың тотороҡло эшләү алымдары, тәжрибәһе һәм социаль проектлау тураһында һөйләне. Шулай уҡ теләгән һәр кем экспресс-консультация үтеп, проекттың артабан гранттар конкурсында ҡатнашыу мөмкинлектәре тураһында белешә алды.

Йәмәғәт палатаһының ресурс үҙәге тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул беҙҙең эшмәкәрлеккә көс, яңы һулыш бирҙе. Әле баш ҡалала ғына түгел, райондарҙа ла ҙур эш алып барыла. Сөнки проекттар һәм грант ярҙамы ҙур булмаған биләмәләргә лә кәрәк. Быға беҙ һәр саҡ инанабыҙ.

Элина Ғатауллина, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ