Уның составына 9 ышаныслы кеше ингән, барыһы ла һайлау алдынан яуаплы эшкә тотонған. Тәүмаҡсат - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика һайлаусыларын кандидаттың программаһы менән таныштырыу. Коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин билдәләүенсә, документ халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыу, хеҙмәт хаҡын күтәреү һәм мохтаждарға өҫтәмә ярҙам саралары булдырыуға йүнәлтелгән. Район-ҡалаларҙа граждандар менән осрашыуҙар ойошторола башлаған, ҡыҙыҡһыныу ҙур булыуы күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта әле сәйәси кампанияға ярашлы мәғлүмәт-реклама продукцияһын әҙерләүгә лә етди иғтибар бүленә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығын һайлау 6,7 һәм 8 сентябрҙә үтә. Артур Шәйнуровтан тыш, тағы ла дүрт кандидат билдәләнгән. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе Радий Хәбировтың кандидатураһын сығарһа, «Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - Хәҡиҡәт өсөн» партияһының төбәк бүлексәһенән Владимир Нагорный, либерал-демократтарҙан Иван Сухарев, «Яңы кешеләр» партияһынан Илшат Тимерйәнов һайлап алынған.



