Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа елләтеү һәм төтөн юлдары ремонтлана

Йорттарҙың күбеһенә үткән быуат урталарында нигеҙ һалыныу сәбәпле, вентиляция каналдары ярайһы уҡ иҫкергән. Ремонт ваҡытына эшселәр һәм хужалар хәүефһеҙлеге маҡсатында йорттарҙа зәңгәр яғыулыҡ һүндерелә. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһы.

Йортта елләтеү каналдары теүәл булмауы һуңғы тикшереү ваҡытында асыҡлана. Ҡағиҙә буйынса, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү йылына өс тапҡыр үткәрелә. Әле газ хеҙмәте инженерҙары вентиляция үткәргестәрен футеровка ысулы менән тергеҙә. Йәғни канал эсендәге кирбестәр эҫегә сыҙамлы ҡатнашма менән нығытыла.

Ә елләтеү каналдарын гильзалау тағы ла ҡиммәтерәккә төшә. Былай ҙа ҡайһы бер фатир хужалары ремонт өсөн түләүҙән баш тартҡан. Тик эшселәр белдереүенсә, ремонтты һуҙыу газһыҙ ултырыуға бәрәбәр. Хеҙмәт өсөн ваҡытында түләгәндәргә зәңгәр яғыулыҡ ике аҙна тигәндә кире ҡайтасаҡ.

Торлаҡ кодексына ярашлы, күп фатирлы йорттар унда йәшәүселәр иҫәбенә хеҙмәтләндерелергә тейеш. Елләтәү һәм төтөн юлдарын дәүләт иҫәбенә ремонтлау өсөн генә айырым программалар асыу ҡатмарлы буласаҡ. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәр, әйтәйек, торлағын үҙаллы хеҙмәтләндерә. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән сағыштырғанда, уларҙың сығымдары хатта күберәк.

Вилорий Угаров, Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары

Ә вентиляция каналдарын бөтөнләй тәртипкә килтермәү, билдәле, хәүефле. Һөрөм бер фатирҙан икенсеһенә сығып, ағыуланырға мөмкин. Әле фатирҙарҙа газ плиталар менән ҡулланып була, ә колонкалар һүндерелгән. Крандарҙа тик һыуыҡ һыу ғына аға.

Газды һүндереү тураһында алдан уҡ иҫкәрттеләр. Ремонт тамамланыу алдында, оҙаҡламай фатир газға тоташтырыласаҡ. Эшселәрҙе ямғыр тотҡарлай, ҡыйыҡта эшләү хәүефле. Ремонт өсөн сумма башта ҙур һымаҡ тойолһа ла, уны беҙгә бүлеп түләргә тәҡдим иттеләр. Бик уңайлы.

Рениза Фәтҡуллина, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 6-сы йортта йәшәүсе

Әйткәндәй, киләһе йылдан махсуслашҡан ойошмаларҙа елләтеү һәм төтөн юлдарын хеҙмәтләндергән айырым хеҙмәткәрҙәр булыуы мотлаҡ. Бөгөн төбәктә бындай белгестәр юҡ. Ә газды һүндереүгә килгәндә, йортта йәшәүселәргә сабыр итергә тура килә. Сөнки проблеманы бөгөн хәл итеү иртәгә ихтимал фажиғәне иҫкәртәсәк.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ