Бер быуатлыҡ юбилей. Благовар районында йәшәүсе Нәсимә Хәлилова йөҙөнсө тыуған көнөн билдәләне. Ул күп балалы әсә генә түгел, ғүмерен уҡытыусылыҡ һөнәренә арнаған хөрмәтле шәхес тә. Изге күңеле һәм намыҫлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған йөҙйәшәрҙе БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин барып күрҙе.
Шуға ҡарамаҫтан, Нәсимә Вәғиз ҡыҙы бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнай. Уның хеҙмәт стажы дүрт тиҫтә йылдан ашыу.
Нәсимә Вәғиз ҡыҙы Благовар районында бер нисә быуын уҡыусыларға төплө белем биргән. Бөгөн Нәсимә Хәлилованың йортонан уның рәхмәтле уҡыусылары өҙөлмәй.
Нәсимә Хәлилова 1924 йылдың авгусында Благовар районында донъяға килгән. Башланғыс белемде лә ул тәүҙә тыуған Таң ауылында ала, һуңынан Яныш мәктәбендә дауам итә. Артабан Кушнаренко районы педагогия училищеһында белем ала. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереүенә ҡарамаҫтан, Нәсимә Вәғиз ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы математика фәнен уҡыта.
Теүәллек талап иткән математика фәнен уҡытҡанғамы, Нәсимә Вәғиҙ ҡыҙы һәр нәмәлә тәпсирле. Шуға ла бар теләктәрен изге сүрәләр менән нығыта. Йөҙөнсө тыуған көнөн билдәләгән абруйлы уҡытыусы бөгөн үҙ балаларына ҡәҙерле әсәй, 6 ейән-ейәнсәре һәм 11 бүлә-бүләсәренә бәхетле өләсәй ҙә.
Азат Ғәлиуллин






