Халыҡ фронты тыйылған балыҡ тотоу ҡулайламаларын йыйыу тураһында иғлан итте. - Рөхсәтһеҙ кәсеп менән шөғөлләнеүселәрҙең алғы һыҙыҡтағыларҙа ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Ау-йылымдарҙы аноним рәүештә тапшырырға мөмкин. Өфөнән бер кеше хәрбиҙәр өсөн 3 мең метр ау килтереп биргән дә инде. Беренсе ылау менән балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтары махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыла, тип белдерҙе Халыҡ фронтының Башҡортостан башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин. Ау-йылымдар дрондарҙан һаҡланыу өсөн ҡулланыла. Халыҡ фронтының гуманитар ярҙам йыйыу үҙәге, Өфөлә, Киров урамы 1-се йортта урынлашҡан.







