Был турала Республика Башлығы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов белдерҙе. Кластер буйынса киләһе аҙнала "Башҡорт аты" фестивалендә фекер алышасаҡтар. Байрам Граф күле ярында ойошторола. Был күлдәр Баймаҡ районында бер-береһенән 16 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Талҡаҫ 1978 йылдан тәбиғәт һәйкәле һанала. Граф күле - Таналыҡ йылғаһындағы һыуһаҡлағыс, 1975 йылда төҙөлгән.







