16-17 августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивале уҙа

Ул йылҡысылыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы арттырыу һәм танытыу маҡсатында ойошторола. Халыҡ-ара сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән үткәрелә. ““Башҡорт аты” фестивале республикаға туристарҙы йәлеп иткән байрамдарҙың береһе. Сәйәхәтселәр артҡас, эшҡыуарҙар ҙа әүҙемерәк эшләйәсәк”, - тигән фекерҙә Башҡортостан туризм берлеге етәксеһе Кинйә Күскилдин.

16-17 августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивале уҙа

“Аҡбуҙат” журналының июль һаны тулыһынса “Башҡорт аты” фестиваленә бағышланған. “Баҫманы аттарҙың һүрәттәре биҙәй. Йылҡы малы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланыҡ”, - ти журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина.

16-17 августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивале уҙа

Республикала башҡорт атын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү маҡсатында Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса берләшмә булдырылды. Ул “Башҡорт аты” ғилми тикшеренеү институты менән берлектә тоҡомло аттар генофондын һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнә.

Фото №1 - 16-17 августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивале уҙа
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ