Республика санавиацияһы 500-ҙән ашыу осош яһаны

Диспетчер шылтыратыуына улар тулы әҙерлек һыҙығында тора. Кеше ғүмере хәүеф аҫтында булғанда, үлем менән йәшәү өсөн көрәшеүсе пациент янына санавиация ашыға.

Был юлы Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары бригадаһы ашығыс рәүештә Илеш районына юлланды. Ауыр хәлдә 2-се һәм 3-сө дәрәжә тән бешеүе алған пациентты аышығыс эвакуациялау талап ителгән.

Башҡортостан Хөкүмәте, һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығында Санитар авиация стратегияһын яҡланыҡ. Субсидияға 2020 йылда вертолет һатып алдыҡ. Тәүге йылда 97, 2021 йылда 130, 2022 -лә 200 осош башҡарҙыҡ. Осоштар пациенттың дауаханаға юлын күпкә тиҙләтә. Беҙ сәғәт ярым-ике сәғәттә Өфөлә булабыҙ.

Феликс Сакаев, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы бүлеге мөдире

Пациент Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһында була. Табиптар Өфө белгестәре килгәнсе ҡатынды эвакуацияға әҙерләгән һәм ул артабан дауаланыу өсөн махсус йыһазландырылған вертолетта республика тән бешеүен дауалау үҙәгенә килтерелде. Әйткәндәй, санитар авиация пациенттарҙы баш ҡаланың медицина учреждениеларына башҡа төрлө бик ауыр йәрәхәттәр менән дә алып килә.

Башта пациенттың хәлен баһалайым. Анализдарҙы ентекле ҡарайым. Кәрәк икән, шунда уҡ тейешле ярҙам күрһәтәм. Пациент күсереп йөрөтә алырлыҡ хәлдә булһа, беҙ уны республика дауаханаһына йәки башҡа медицина учреждениеһына алып китәбеҙ. Унда ауырыуға заманса медицина ярҙамы күрһәтелә.

Гөлдәр Нурмөхәмәтова, табип анестезиолог-реаниматолог
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ