Баймаҡ районы белем усаҡтарында яңы уҡыу йылына әҙерлек барышын махсус комиссия тикшерҙе

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Мәғариф учреждениелары 1 сентябргә әҙерме? Баймаҡ районы белем усаҡтарында яңы уҡыу йылына әҙерлек барышын махсус комиссия тикшерҙе.

Ҡабул итеү комиссияһының иғтибары үҙәгендә балалар именлеге. Төп талап - янғын иҫкәртеү ҡорамалдары, хәбәр итеү, видеокүҙәтеү системаларының төҙөклөгө, эвакуациялау юлдарының ҡаршылыҡһыҙ булыуы. Шулай уҡ 2024-25-се уҡыу йылына индерелгән яңы фән «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» һәм технология кабинеттарының йыһазландырылыуы ҡаралды.

 «Айыуҡай»ҙар йыл да ҡабул итеүҙе уңышлы үтә. Балалар баҡсаһы тыштан уҡ алла-гөллө сәскәләр ҡаршылай. Комиссия төркөмдәр шөғөлләнгән һәм йоҡо бүлмәләрен, аш бешереү блогын, йыуыныу урындарының талаптарға ярашлы булыу-булмауын тикшерҙе.

Ике төркөм ҡабул итеү комиссияһы аҙна дауамында Баймаҡ районының 58 мәктәбен һәм 10 балалар баҡсаһының әҙерлек кимәлен ҡараны һәм уны ыңғай баһаланы. Белем учреждениеларының берҙәм эшенә йомғаҡ август аҙағында үтәсәк уҡытыусылар кәңәшмәһендә яһаласаҡ.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ