Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министры Оксана Лут менән осрашты

Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостанда ҡеүәтле һөтсөлөк фермалары төҙөүгә ярҙам итәсәк. Был турала Радий Хәбировтың федераль ведомство етәксеһе Оксана Лут менән осрашыуҙа һөйләшеп килешелде. Унда шулай уҡ үҫемлекселек өлкәһендә эшләүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ауылдарыҙы комплекслы үҫтереү программаһы буйынса ла мәсьәләләр күтәрелде.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика аграр төбәк һәм халыҡтың миллион ярымы тап ауылда йәшәй. Улар төбәк иҡтисадының терәге. Ләкин ныҡлы дәүләт ярҙамынан тыш үҫешеү ауырға тура килә. Шуға ла республика иген үҫтереүселәргә ярҙамды арттырыуҙы һораны.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан ауыл ипотекаһы буйынса лидер. Халыҡ шәхси төҙөлөшкә 20 миллиард һумлыҡ ташламалы кредит алған. Ашлыҡ йыйыу буйынса ла терәк төбәк исемлегендә. Ләкин һуңғы йылдарҙағы һауа шарттары был күрһәткестәрҙе арттырырға ҡамасаулай. Республика етәксеһе быйыл да 3 миллион ярым ашлыҡ аласаҡбыҙ, тип белдерҙе. Бының өсөн ғына алынған 16 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы ла булышлыҡ итә. Һуңғы биш йылда ғына республика техника паркын модернизациялауға федераль үҙәктән 56 миллиард һум аҡса алған. Төбәк ҡаҙнаһынан 8 миллиард һум бүленгән. Рәсәй ауыл хужалығы министры Оксана Лут төбәктең потенциалы юғары булыуын һәм экспортты арттырыу кәрәклеген белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ