Өфөлә 29 километр арауыҡта юлдар яңыртыла

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 12 юл участкаһы төҙөкләндерелә. Благовар урамында эшселәр 1 саҡрымдан ашыу юл япмаһын яңыртҡан - юл ситен, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереп, 20 яңы юк урынлаштырған. Шулай уҡ, Өфө ҡала советы депутаттары иҫәбенә һатып алынған 7 туҡталҡа павильоны ҡуйылған. Тиҙҙән эшселәр юл билдәләрен термопластик менән һыҙып сығасаҡ. Май айында башланған эштәр ваҡытынан алда тамамлана.

Благовар урамында юлдар милли проект буйынса тәртипкә килтерелә. Урамды төҙөкләндереүгә 30 млн һум аҡса бүленде. Был суммаға юл япмаһы яңыртылды, юлдың сите һәм тротуарҙар төҙөкләндерелде.

Рәмил Ғөбәйҙуллин, Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ