Башҡортостан санавиацияһы иҫәбендә 500-ҙән ашыу осош

Ауыр тән йәрәхәттәре алған пациенттарҙы үлемдән аралау маҡсатында һауаға күтәрелеү санавиация табиптары һәм осоусылары өсөн һөнәри бурыс. Белгестәр төпкөлдәрҙән һәм юл ҡатмарлы булған райондарҙан башҡала дауаханаларына ашығыс рәүештә пациенттарҙы «ҡанатлы медицина» ярҙамында алып килә. Республикалы был үтә лә яуаплы һәм яйға һалынған хеҙмәт. Башҡортостан табиптары тәүге осошто 4 йыл элек башҡарған. Ул саҡта республика Хөкүмәте һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында субсидия бүленә, санавиация вертолеты һатып алынды һәм пациенттарҙы ҡотҡарыу осоштары башланды. Был хаҡта киләһе яҙмала.

Диспетчер шылтыратыуына улар тулы әҙерлек һыҙығында тора. Кеше ғүмере хәүеф аҫтында булғанда, үлем менән йәшәү өсөн көрәшеүсе пациент янына санавиация ашыға. Бурыс: пациентты дауаханаға тиҙ арала , ә иң мөһиме - тере килеш килтереп еткереү.

Был юлы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары бригадаһы ашығыс рәүештә Илеш районына юлланды. Унда уларҙы тәнен бешкән пациент көтә.

Район үҙәк дауаханаһына килеү менән башта пациенттың хәлен баһалайым. Анализдарҙы ентекле ҡарайым. Кәрәк икән, шунда уҡ тейешле ярҙам күрһәтәм. Пациент күсереп йөрөтә алырлыҡ хәлдә булһа, беҙ уны республика клиник дауаханаһына йәки башҡа медицина учреждениеһына алып китәбеҙ. Унда ауырыуға заманса медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ.

Гөлдәр Нурмөхәмәтова, табип анестезиолог-реаниматолог

Вертолет пациентты тиҙ арала һауа юлы менән Өфөгә алып килә. Каталкала көнкүрештә йәрәхәттәр алған ҡатын. Уны артабан Республика тән бешеүен дауалау үҙәгенә алып барыу өсөн ашығыс ярҙам каретаһы көтә. Быйыл «ҡанатлы» медицина ярҙамы менән 95 осош үтәлгән.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығында Санитар авиация стратегияһын яҡланыҡ. Субсидияға 2020 йылда вертолет һатып алдыҡ. Тәүге йылда 97, 2021 йылда 130, 2022 -лә 200, ә быйыл 94 осош атҡарҙыҡ. Осоштар пациенттың дауаханаға юлын күпкә тиҙләтә. Сәғәт ярымда Өфөлә булабыҙ.

Феликс Сакаев, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы бүлек мөдире

Санавиация табиптарға «алтын сәғәт ҡағиҙәһе»н үтәргә ярҙам итә. Был ваҡытта кеше йәрәхәтләнгәндән йәки хәле насарайғандан һуң йәшәү өсөн әүҙем көрәшә. Тәүге 60 минут эсендә күрһәтелгән ярҙам пациентты ҡотҡарыу мөмкинлеген арттыра. Шуға күрә санитар рейстың аэропорттан тиҙ арала һауаға күтәрелеүе бик мөһим.

Аэропорттар хатта чартерҙарҙы туҡтатып тороп беҙҙең рейсты иң беренсе үткәрә. Беҙ бәләкәй балаларҙы һәм ҡазаға тарыған пациенттарҙы ҡотҡарырҡа башлыса төпкөлдәргә һәм таулы райондарға юлланабыҙ.

Руслан, санитар авиация пилоты
Башбат

Бортта үпкәләрҙе яһалма елләтеү өсөн ҡорамалдар, дефибрилятор урынлашҡан. Асылда, был осоусы реанимация. Сөнки табиптарға пацентҡа осош мәлендә дә ярҙам күрһәтергә тура килә. Шуға күрә вертолет һәр ваҡыт һауаға күтәрелергә әҙер, тулыһынса төҙөк , ә бөтә медицина ҡорамалдары ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн көйләнгән булырға тейеш.

Һауаға күтәрелер алдынан һәм осош мәлендә вертолеттағылар махсус задание үтәй. Заправка яһарға ултырғанда ла беҙ хеҙмәтләндерәбеҙ. Көнөнә 4 рейс яһаған саҡтар ҙа булды.

Рөстәм Ғәлиуллин, «Хели-драйв» компанияһының авиатехнигы

Һәр осош мөһим. Әммә һәр табип һәм осоусының тетрәндергес һәм иҫтә ҡалырлыҡ үҙ хәтирәһе бар.

«Ансат»та Баймаҡҡа 400 граммлыҡ ҡына сабый артынан осҡан бөгөнгөләй хәтерҙә. Баланың исеме лә юҡ ине. Уйынлы-ысынлы уға Ансат тип исем ҡушырға тәҡдим иткәйнек.

Вячеслав Дегтярев, Транспорт-авиация үҙәге авиакомпанияһы генераль директорының осоу эшен ойоштороу буйынса урынбаҫары

Тәүге пациенттың тәне ныҡ бешкән, 2-3-cө дәрәжә тән йәрәхәттәре ине. Беҙ ауырыуҙы махсус дауаханаға килтереп тапшырҙыҡ.

Гөлдәр Нурмөхәмәтова, табип анестезиолог-реаниматолог

Улар өсөн кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу- һөнәри яуаплылыҡ. Һәр бер хәл-осраҡтың сәғәт- минуттар менән һаналыуы- санитар авиация хеҙмәткәрҙәре өсөн көндәлек көсәргәнешле хеҙмәт һәм йәшәү рәүеше. Һуңғы 4 йылда һауа фәрештәләре 500-ҙән ашыу осош яһаған. Тимәк, улар ярҙамы менән Башҡортостанда ярты мең пациент һауыҡҡан һәм ғүмерен оҙайтҡан.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ