Яңауылда ла «Демография» милли проекты сиктәрендә мәшғүллек үҙәге яңы формат буйынса төҙөкләндерелә. Әле республикала Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм баш ҡаланың Орджоникидзе районында яңыртылған үҙәктәр эшләй. Ошо йылдың аҙағынаса барлыҡ мәшғүллек үҙәктәре лә яңы форматҡа күсергә тейеш. Яңауылда ла район-ара мәшғүллек үҙәге заманса дизайн аласаҡ. Шулай уҡ адресы ла яңыра. Әле бында ремонт бара. Эштәр тамамланыу менән хеҙмәткәрҙәр ҙә уҡыуҙар үтәсәк. Киләсәктә һәр эш эҙләүсегә лә шәхсән иғтибар буласаҡ.






