Юлаевсылар 15 августан 18-енә тиклем “Башҡортостан Республикаһы кубогы” өсөн ярыштарҙа сығыш яһай. 27-30 августа Өфө клубы Магнитогорскиҙа “Ромазан мемориалы” турнирында ҡатнаша. Континенталь хоккей лигаһында чемпионат 2 сентябрҙә старт ала. Әле хоккейсылар баш ҡалала әҙерлек күнекмәләре үткәрә.




