«Хаим» ҡушаматлы яугир ни өсөн махсус хәрби операцияға юлланыуы хаҡында һөйләне

Башҡалар махсус хәрби операцияла ил намыҫы өсөн көрәшкәндә өйҙә ятып ҡалыу оят ине. Был турала «Хаим» ҡушаматлы яугир белдерҙе. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булараҡ ул махсус хәрби операцияға тәүге көндәрҙән алып һәр яҡлап булышлыҡ итә, гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтә, бер нисә тапҡыр Донбасҡа барып ҡайта. Депутат тактик медицина һәм квадрокоптерҙар менән идара итеү буйынса уҡыуҙар үтеп, быйыл февралдә үҙ теләге менән фронтҡа юлланды.

Хәрби хеҙмәткә контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡы өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион 200 мең һумға тиклем артты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ил Президенты Владимир Путин 1 августан йыл аҙағына тиклем контракт төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендә федераль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Өҫтәүенә, 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы арттырылды.

Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәге офистарында белешергә мөмкин. Һайлап алыу пункты номеры 248-29-31. Өфө коды 347.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ