Курск өлкәһендәге хәлдәр - Киев режимы яғынан ҡотҡо. Мәкерле дошман һаҡланмаған тыныс халыҡҡа, шул иҫәптән балаларға һөжүм итә. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Курск өлкәһендәге бәрелештәргә ҡарата үҙ ҡарашын белдерҙе. Курск халҡы менән барлыҡ Башҡортостан. Һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Зыян күргәндәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Талап ителгәнсә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Һигеҙ тиҫтә йыл элек беҙҙең атай-олатайҙар илебеҙгә ҡан ҡойош һәм емереклектәр килтергән нацистарҙы дөмөктөрҙө. Хәҙер ҙә еңеү һис шикһеҙ беҙҙеке буласаҡ.



