Театр артистары йәйге ялдан һуң йәнә яратҡан театрында йыйылды. Тәүге эш аҙнаһынан уҡ улар яңы тамашаларға әҙерлек сиктәрендә ҡуйыласаҡ сәхнә әҫәрҙәрен уҡый башланы. Актерҙар ике төркөмгә бүленеп премьералар өҫтөндә эшләйәсәк. Тәүге төркөмдә «Тау» спектаклен сәхнәгә режиссер Айҙар Заббаров ҡуя. Ә Александр Цыпкин әҫәрҙәре буйынса Василий Товстоногов инсценировкаһында «Ҡар» әҫәрен режиссер Гүзәл Абушахманова-Аҡбирҙина сәхнәләштерәсәк. Актерҙар яңы премьераларҙа тулы көс менән эшләргә әҙер.
Ноябрь айында үтәсәк тәрән фәлсәфәгә ҡоролған «Ҡар» спектаклен уҡып, фекер алышҡандан һуң, театр артистары өсөн он-лайн конференция уҙҙы.Унда театр труппаһы илебеҙ баш ҡалаһынан күренекле театр әһелдәре династияһын дауам итеүсе ижадсы, сценарист Василий Товстоногов менән аралашты. Он-лайн форматта «Ҡар»инсценировкаһына, авторҙың ижадына ҡығылған ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар яңғыраны. Автор режиссерға һәм актерҙарға тулы ышаныс күрһәтеп, ижади ирек ҡуясағы хаҡында белдерҙе.



