Ирекле батальондар ойоштороу буйынса үҙәк штаб офисының адресы үҙгәрҙе

Махсус операцияла ҡатнашырға теләүселәрҙе хәҙер Өфөлә, Октябрь проспекты 85-се йорт адресы буйынса ҡабул итәләр. - Беҙҙең подразделениеларҙы тәьмин итеү буйынса эш алып барыла. Шулай уҡ йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә бирәбеҙ, - ти штаб начальнигы Борис Гордеев. Офис көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Башҡортостанда федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алғанда, Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум бирелә. Контракт шарттары тураһында Ситуация үҙәгенә шылтыратып белешергә мөмкин. 122, йә 218-19-19 һандарын йыйырға кәрәк.

Фото №1 - Ирекле батальондар ойоштороу буйынса үҙәк штаб офисының адресы үҙгәрҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ