Шарандар махсус хәрби операция биләмәһенә 21-се гуманитар ылау оҙатты

Шарандар махсус хәрби операция биләмәһенә 21-се гуманитар ылау оҙатты

Яугирҙәргә тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡтар 2 ай дауамында тупланған. Ауыл халҡы 30-ҙан ашыу маскировка селтәре үргән. “Яҡташтарыбыҙға шәхси посылкалар ҙа алып барабыҙ” – ти Шаран районы Ветерандар советы рәйесе Миңлефәғил Сәғитов.

Шарандар махсус хәрби операция биләмәһенә 21-се гуманитар ылау оҙатты

Гуманитар ылауҙы район хакимиәте башлығы Марат Әхмәҙуллин оҙатып бара. “Яугирҙәр йөрәк йылыбыҙҙы тойһон. Уларҙың именлеге өсөн ҡылынған доғаларыбыҙ ҡабул булһын”, - ти Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының урындағы бүлексәһе етәксеһе Алмас Зәйдуллин.

Шарандар махсус хәрби операция биләмәһенә 21-се гуманитар ылау оҙатты

Республикала яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы “Башҡортостан” полкы, Шайморатов һәм Доставалов батальондары, “Ватан” отряды өсөн кәрәк-яраҡтар тупланыуы тураһында иғлан итте. Шәхси посылкаларҙы 16 августҡа тиклем тапшырырға була. Бандеролдәр волонтерҙар штабының төбәк бүләксәләрендә ҡабул ителә.

Фото №1 - Шарандар махсус хәрби операция биләмәһенә 21-се гуманитар ылау оҙатты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ