Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты әле ике хәлде контролдә тота. Өфө районында юлды һыу баҫҡан, Бөрйән районында юлға ер ишелеп төшөү эҙемтәләрен бөтөрәләр. Һыу баҫҡан йорт һәм ихаталар юҡ. Ағиҙел һәм Өфө йылғаларының кимәле төшә башлаған. Республикала шулай уҡ һыуһаҡлағыстар даими күҙәтеүгә алынған.







