Башҡортостанда мәҙәниәт ныҡлы үҫешкән

2023 йылда беҙҙең республикала мәҙәни сараларға 79 миллион ярым кеше барған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ғына ҡалыша. Хөкүмәттә "Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше" тигән программа үтәлеше ҡаралды. - Йыл һайын төрлө майҙансыҡтар булдырыла, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге фестиваль һәм форумдар үткәрелә.  Былар барыһы ла халыҡтың рухи үҫешенә булышлыҡ итә, тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров. Республикала 2030 йылға тиклем мәҙәниәт үҫеше программаһы ғәмәлгә ашырыла. Бының өсөн 55 миллиард һумдан ашыу финанс ҡаралған. 

Фото №1 - Башҡортостанда мәҙәниәт ныҡлы үҫешкән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ