Эштәр "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһы буйынса башҡарыла. Төҙөкләндереү 2020 йылда уҡ башланды. Майҙандың ташы яңыртылды, аллея булдырылды, уйын майҙансығы, сәхнә, скейтпарк төҙөлдө, хәрби вертолетҡа һәйкәл ҡуйылды. Реконструкция быйыл да дауам итә.







