Бер ай эсендә Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша 25 мең кеше үткән

Бер ай эсендә Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша 25 меңгә яҡын кеше үткән. Туристар айырыуса ял көндәрендә күп килә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров музей объекттары төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эшсе кәңәшмәлә ҡатнашып, баш ҡалаға яҡын урынлашҡан биләмәлә туризмды үҫтереү мөмкинлектәре юғары булыуын билдәләне. Август аҙағына тиклем визит-үҙәк эргәһендә концерттар үтһә, көҙҙән билдәле ғалимдарҙың сығыштары көтөлә.

Турахан кәшәнәһе эргәһендәге визит-үҙәк - ҙур проекттың башы ғына. 300 гектар майҙанда төбәктең мәҙәни үҙенсәлектәрен асҡан туристик инфраструктураны үҫтереү планлаштырылған. Эшсе кәңәшмә барышында Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы, спа-шифахана, Башҡорт аты үҙәге проекттары ҡаралды. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, Турахан кәшәнәһен ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫ объекттары иҫәбенә индереү мәсьәләһе лә ҡарала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ