1994 йылдың 7 авгусында ике тәүлек туҡтауһыҙ яуған ямғыр һөҙөмтәһендә Белорет районында Тирлән быуаһы сафтан сыға. Көслө ағым эшселәр ҡасабаһының тотош өс урам йорттарын ағыҙа. 29 кеше һәләк була. Төбәктә фажиғә ҡорбандарын иҫкә алыу саралары үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Надежда Щербакова Тирлән фажиғәһе шаһиты. Ваҡиғаларҙы ул бөгөнләй хәтерләй. Һыу ҡорбаны булған ауылдаштырын, күршеләре гел иҫендә. Һыуһаҡлағыс сафтан сыҡҡанда Надежда Александровна бала табыу йортонан сменаһын тултырып ҡайтып килгәндә һыу ағымына эләгә.
1994 йылдың авгусындағы ташҡын ҡасабала йәшәүселәрҙең тормошон ғына түгел, тотош сәнәғәт тармағына үҙгәрештәр индерә. Урындағы заводтар ил кимәлендә үк әһәмиәткә эйә булған. Көньяҡ Уралдың металлургия предприятиеларын тоташтырған төп тимер юл күпере лә көслө ағымды күтәрә алмай.
Ауылдаштар хәтерләүенсә, Тирлән һыуһаҡлағысының ташыу осрағы 1964, 1991 йылдарҙа ла теркәлгән булған. Һуңғыһы үтә лә фажиғәле тамамлана.
30 йыл элек теркәлгән Тирлән фажиғәһен һыуһаҡлағыс эргәһендә урынлаштырылған мемориал таҡтаташ та һөйләй. Унда ауылдаштарының исем-шәрифе бирелгән. Тотош ғаилә ағзалары теҙеп яҙылғаны ла бар. Йылдар үтһә лә тирләндәр фажиғә көнөн онотмай. Август һайын бергә йыйылып, ауылдаштар рухын иҫкә ала. Әйткәндәй, Тирлән фажиғәһенә тарыусыларға ярҙам күрһәтеүҙә тотош республика халҡы ҡатнаша. Һанаулы ваҡыт эсендә яңы йорттар ҡалҡып сыға. Ошо рәүешле ҡасабаның яңы биҫтәһенә нигеҙ һалына.
Азат Ғәлиуллин






