Стәрлетамаҡ районы махсус хәрби операцияға сираттағы 21-се гуманитар ылау оҙатты

Стәрлетамаҡ районы махсус хәрби операцияға сираттағы 21-се гуманитар ылау туплап, уны хәрбиҙәргә тапшырҙы. Конвойҙы район башлығы Рита Сәмиғуллина оҙатып барҙы.

Ярҙамды урындағы халыҡ, ойошма, предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар яугирҙар һорауы буйынса бергәләп йыйған.

Махсус хәрби операция биләмәһенә 3 автомобиль, генератор, буржуй мейестәр, тепловизор, газ плитәләре һәм рациялар алып барылған. Ылау составында көндәлек кәрәк-яраҡтар, төҙөлөш материалдары ла бар. Иң мөһиме хәрбиҙәргә яҡындарынан сәләм - хаттар һәм шәхси посылкалар тапшырылды. Яугирҙар яҡташтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бында улар бер ғаилә кеүек, бер-береһенә ярҙам итеп, иңгә- иң терәшеп хеҙмәт итә, ти Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ