Юғары тиҙлекле заманса транспорт ял көндәрендә Өфө- Белорет-Өфө, эш көндәрендә Дим - Шаҡша - Дим маршруты буйынса хәрәкәт итәсәк. Баш ҡала юбилейына бағышланған поезд Рәсәйҙә етештерелгән. Уның мөмкинлектәре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
14 йыл машинист булып эшләгән Иван Гаврилов төрлө поездар менән идара иткән, әммә «Финист» тимер юл транспорты иң уңайлы, тиҙ һәм юғары сифатлы тигән фекерҙә. Башҡортостанда йөрөй башлаясаҡ электричка кондиционер менән йыһазландырылған, иркен вагондарҙа телефондарҙы зарядкаға ҡуйырға мөмкин, заманса бәҙрәфтәр, климат-контроль ҡаралған.
«Финист»тың мөмкинлектәре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Рәсәйҙә етештерелгән заманса поезд cәғәтенә 160 километр тиҙлектә елдерә ала. Хәүефһеҙлек маҡсатында вагондарҙа видеокүҙәтеү системаһы, мәғлүмәт таблоһы эшләй. Биш вагонлы «Финист» 401 пассажирҙы йөрөтөүгә иҫәпләнгән.
«Финист» поезына исем халыҡ һайлауы буйынса ҡушылған. Феникс ҡош кеүек үк ул яңырыу, заманлаштырыу символы булып тора. Ял көндәрендә ул Белорет йүнәлешендә, эш көндәрендә Дим - Шакша-Дим маршруты буйынса хәрәкәт итәсәк. Республикала быйыл тимер юл транспорты менән файҙаланыусы пассажирҙар 20 процентҡа артҡан, шуға ла яңы маршруттар ойоштороу - көн талабы.
Флорида Ким



