Турахан кәшәнәһен ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫ объекттары иҫәбенә индереү мәсьәләһе ҡарала

Был биләмәгә туристар ағымын арттырыу мөмкинлеге бирәсәк. Бер ай эсендә генә Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша 25 меңгә яҡын кеше үткән. Халыҡ айырыуса ял көндәрендә күп килә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров музей объекттары төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһендә ҡатнашып, баш ҡалаға яҡын урынлашҡан биләмәлә туризмды үҫтереү мөмкинлектәре юғары булыуын билдәләне. Август аҙағына тиклем визит-үҙәк эргәһендә концерттар үтһә, көҙҙән билдәле ғалимдарҙың сығыштары, фәнни уҡыуҙар, семинарҙар көтөлә.

Турахан кәшәнәһе эргәһендәге визит-үҙәк - ҙур проекттың башы ғына. 300 гектар майҙанда төбәктең мәҙәни үҙенсәлектәрен асҡан туристик инфраструктураны үҫтереү планлаштырылған. Кәңәшмә барышында Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы, спа-шифахана, Башҡорт аты үҙәге проекттары ҡаралды. Фекер алышыу барышында уларға төҙәтмәләр ҙә индерелде. Әйтәйек, музей алдындағы амфитеатр майҙаны буйынса ҙурыраҡ буласаҡ, Радий Хәбиров уны биш мең урынлыҡ итеп эшләргә ҡушты. Шулай уҡ комплекстың экспозицияһы ла бай һәм ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Эшлекле осрашыуҙа күләмле төҙөлөштө финанслау мәсьәләһе лә күтәрелде.

Спа-шифахананы проектлау буйынса эштәр киләһе йыл тамамланырға тейеш, план буйынса өс йөҙ урынға иҫәпләнгән объект 2026 йылда төҙөлә башлай.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ