Башҡортостанда Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам йыйыла

Мәрхәмәтлек сараһын төбәктең Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойоштора. Битараф булмаған граждандарҙан ярҙам көн дә иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-гә тиклем Өфөләге республика ирекмәндәр үҙәгендә «Беҙ бергә» проекты төбәк штабында ҡабул ителә. Мәктәп тауарҙары, йылы кейем, көнкүреш һәм гигиена кәрәк-яраҡтары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек килтерергә мөмкин.

Төбәк штабында ирекмәндәр сменаға бүленеп эшләй, ярҙамға килеүселәр араһында айырыуса мәктәп уҡыусылары, студенттар күп. Мәрхәмәтлек акцияһы иғлан ителеү менән тәүге ике сәғәттә генә 370 килограмм гуманитар ярҙам йыйылған. Өфө, Иглин райондары әүҙемлек күрһәтә. Курск өлкәһедә зыян күреүселәргә ярҙам итергә теләүселәр +7-927-311-23-55 телефон һандарына шылтыратып белешә ала.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ