Иглин районында йәшәүсе балалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашты

Махсус хәрби операция ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам. Иглин районында «Барыһы ла Еңеү өсөн» штабы ирекмәндәре алғы һыҙыҡта нацистарға ҡаршы алышҡан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарының махсус заказын үтәне. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Маскировка селтәрҙәре һәм снайпер утынан һаҡлаусы баш кейемдәре һалдат ғүмерен һаҡлау өсөн мөһим әйберҙәр. Уларҙы тапшырыу Иглин ауылының ирекмәндәр штабында үтте. Штабҡа «Призрак» ҡушаматлы яугир ҙа саҡырылғайны. Ирекмәндәр хәрәкәтенә яңы ғына ҡушылыусылар маскировка селтәрҙәре бәйләү серҙәрен өйрәнде, һалдаттарға йылы йөкмәткеле хаттар яҙҙы. Иглин ирекмәндәре Еңеүҙе тиҙләтеү маҡсатында хәрбиҙәргә бар көсөн туплап ярҙам ҡулы һуҙа.

«Был һәммәбеҙ өсөн мөһим көн, беҙҙә ҡунаҡҡа яугир килде. Беҙ күмәк көс менән хәрбиҙәргә һәм уның яуҙаштарына кәрәкле булған маскировка селтәрҙәрен бәйләйбеҙ. Был селтәрҙәр уларҙы дошман дрондарынан һаҡлаясаҡ.

Елена Полякова, «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр штабы етәксеһе

 Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашыу дуҫтарса йылы шартарҙа үтте. Әңгәмә барышында яугир балаларға үҙенең алғы һыҙыҡтағы хеҙмәте тураһында һөйләне. Осрашыу үҫмерҙәр күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырған.

Яҡташыбыҙҙың ҡыйыу һалдат булыуы һоҡландырҙы. Яугир хәрби машинаһын биш бармағылай белә. Уларҙы алғы һыҙыҡта дошман дрондарынан һаҡлау өсөн «япраҡ»тип аталған маскировка селтәрен дә бәйләштем. Ярҙамға тағы ла киләсәкмен.

Авинир Щелчков, Иглин ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы

 «Призрак» ҡушаматлы һалдат штаб эшендә ҡатнашҡан, маскировка селтәрҙәре һәм шлем үрешкән балаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Яугир йәштәрҙең киләсәк Еңеүгә индергән өлөшө юғары булыуын билдәләне.

«Беҙ штаб ирекмәндәренә, уларҙың Еңеүгә индергән өлөшө, эскерһеҙ ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ. Улар кәрәкле, мөһим эш менән шөғөлләнә.

«Призрак» ҡушаматлы яугир
Выборы 2026

Осрашыу һуңында ҡыҙҙар һалдаттарға йылы йөкмәткеле хаттар, татлы күстәнәстәр һәм үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәр тапшырҙы. Буласаҡ Ватан һаҡсылары Рәсәй армияһының ғәмәлдәге яугиры менән осрашыуҙа иҫтәлеккә фотоға ла төштө.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ