МХО-ла ҡатнашыусы яугир дошман менән көрәштә хәйләкәрерәк булырға өйрәнеү мөһимлеге хаҡында һөйләне

Иң мөһиме - дошмандан хәйләкәрерәк булырға өйрәнеү. Махсус хәрби операция яугирҙарының береһе, «Тихий» ҡушаматлы яҡташыбыҙ бер йыл элек хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән. Уҡыуҙар үткәс ул үҙен пилотһыҙ осоу аппараттары операторы ролендә һынап ҡарарға булған. Әле яугир алдына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй. Был турала ул беҙҙең телеканалға интервьюла хәбәр итте.

Хәрби хеҙмәткә контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡы өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион 200 мең һумға тиклем артты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ил Президенты Владимир Путин 1 августан йыл аҙағына тиклем контракт төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендә федераль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Өҫтәүенә, 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы арттырылды.

Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәге офистарында белешергә мөмкин. Һайлап алыу пункты номеры 248-29-31. Өфө коды 347.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ