Ейәнсура районында ветеринария буйынса команда-штаб уҡыуҙары үтте

Сценарийға ярашлы, төбәктең Яңы Петровка ауылында себер түләмәһе табылған. Уны бөтөрөүҙә урындағы ветеринария участкаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашты. Сараға шулай уҡ Татарстандан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән махсус ҡунаҡтар ҙа саҡырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ветеринария буйынса команда-штаб уҡыуҙарының сценарийы буйынса себер түләмәһе Яңы Петровка ауылындағы шәхси хужалыҡтарҙың береһендә табыла. Тиҙ арала башҡарылған анализдарға бәйле сирҙең таралыуына юл ҡуйылмай. Шулай ҙа биләмә карантинға ябыла. Әлеге осраҡ тиҙ арала республика етәкселегенә еткерелә.

Сирле мал шунда уҡ махсус термомейестә яндырылһа, шәхси хужалыҡ тулыһынса эшкәртеү үтте. Бар эштәрҙе ветеринарҙар махсус кейемдәрҙә башҡарҙы. Шулай уҡ сценарий буйынса ауылдың бар малдарынан да анализ алынды. Ул да талап ителгән төп эштәрҙең береһе.

Уҡыуҙың беренсе этабында ветеринария хеҙмәтенең бар техник базаһы һәм йыһаздары ла тикшерелде. Әйтергә кәрәк, бөгөн тармаҡта заман ҡоролмалары ла йыш файҙаланыла. Квадрокоптерҙар, термомейес камераларын айырым билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ республика төбәктәрен хеҙмәтләндергән күсмә ветеринар лабораторияларҙың эшмәкәрлеге лә айырым иғтибарға алынды. Сара барышында әйтелеүенсә, район станциялары йыл да яңы техника менән тәьмин ителә.

Ошондай уҡ профилактик сара йыл аҙағына тиклем ойошторолор тип көтөлә. Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған тип бушҡа әйтелмәгән кеүек бындай күнекмәләр белгестәргә республика төбәктәрендә мал сирләүгә бәйле күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау мөмкинлеге бирә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ