Баҡсасыларға гранттар биреләсәк

Башҡортостанда иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре  500 мең һум күләмендә Республика башлығы Гранты ала. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған. Документ баҡсасылыҡ ширҡәттәрен төҙөкләндереү, биләмәлә йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү һәм хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Башҡортостан хөкүмәте 500 мең һумлыҡ ун “Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәте” грантын биреү тәртибен билдәләй, Ауыл хужалығы министрлығы коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре конкурсын ойоштороуҙа ярҙам итә. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан 20 иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәтенә Республика башлығы Гранты тапшырыла башлай.

Фото №1 - Баҡсасыларға  гранттар биреләсәк
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ