Эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты барышында төҙөкләндерелә. Әле юл ситтәре тәртипкә килтерелә, шунан һуң юл һыҙатына билдәләр һыҙыла, тип белдерәләр Юл хужалығы һәм транспорт министрлығынан. 7 километрлыҡ участканы төҙөкләндереү 203 миллион һумға баһалана.







