Аграрийҙар аяҙ торған бер минутты ла әрәм итмәй файҙаланып ҡалырға тырыша. Илеш районының «Игенсе» крәҫтиән-фермер хужалығында ураҡҡа ҡеүәтле техника һәм тәжрибәле эшселәр йәлеп ителгән. Әлегә бөртөклө культуралар майҙандарҙың 8 процентында урылған, барлығы 400 тонна иген һуғып алынған, көн аяҙ торғанда баҫыуҙан ырҙын табағына көнөнә 8-9 рейс эшләнә.
Йыйып алынған уңыш Ҡужбахты ауылы ырҙын табағына оҙатыла. Һуңғы йылдарҙа бында заманса иген таҙартыу комплексы һәм яңы складтар тергеҙелгән. Үҫтерелгән уңышты тейешенсә эшкәртеү буйынса барлыҡ технологик процестар ҙа етди контролдә тотола. Артабан таҙартылған һәм киптерелгән иген складҡа һаҡлауға һалына.






