Стәрлетамаҡ районынан эшҡыуар дәүләттән аҡсалата ярҙам алып, техника паркын арттырған

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» предприятие эшмәкәрлеген еңелләштерә. Стәрлетамаҡ районында май һығыу ойошмаһын етәкләгән Альберт Хәйруллин дәүләттән аҡсалата ярҙам алып, техника паркын арттырған. Фронталь тейәгес машинаһы эште автоматлаштырырға мөмкинлек бирҙе, ти йүнсел. Өҫтәүенә, Альберт Хәйруллин «Башҡортостан Продукты» проекты дипломанты. Былтыр «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһендә үткән «Иң яҡшы продукт» конкурсында көмөш, быйыл «Иң яҡшы фермер продукты» бәйгеһендә алтын миҙалға өлгәшкән. Эшҡыуар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Бынан көнбағыш төпрәһе мал аҙығы булараҡ ауыл хужалыҡтарына ебәрелә. Май етештереүҙең киләһе этабы - фильтрҙарға ағыҙыла. Был етештереү процесының йомғаҡлау өлөшө. Цехҡа индерелгәнгә тиклем көнбағыш орлоҡтары киптерелә, сүп-сарҙан таҙартыла. Альберт Хәйруллиндың хужалығында тәүлегенә 12 тонна сеймал эшкәртелә.

Альберт Хәйруллин 2001 йылдан алып атаһы менән ике туған ағаһына көнбағыш майын етештереүҙә ярҙамлаша башлай. Ике йыл элек шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеп үҙ цехын аса. Йүнсел былтыр Стәрлетамаҡ районы хакимиәтендә уҙғарылған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашып, 307 мең һум күләмендә субсидия алыуға өлгәшә. Сумманы лизингка һатып алынған техниканың бер өлөшөн ҡаплауҙа файҙалана.

Производствоның өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн Альберт Хәйруллин үҙ баҫыуҙарында үҫкән көнбағыштан тыш, орлоҡтарҙы Стәрлетамаҡ һәм яҡын-тирәләге район хужалыҡтарынан һатып ала. Йылына 500 тонна көнбағыш эшкәртелә, 200 тонна тирәһе май һығыла. Продукцияны, башлыса, икмәк комбинаттары һәм заводтары күмәртәләп һатып ала, ти эшҡыуар.

Эшҡыуар һүҙҙәренсә, йәйҙең яуым-төшөмгә бай булыуы арҡаһында урып-йыйыу һуңғараҡ башлана, тимәк, май һығыуҙың иң ҡыҙыу мәле ҡышҡа тура киләсәк. Ғөмүмән, производствола эш бер ҡасан да туҡтамай, юғиһә, клиенттарҙы юғалтыу ҡурҡынысы янай. Ә бына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың тотороҡлоғон һаҡлау маҡсатында даими рәүештә йүнселдәр менән осрашыуҙар үтә. Йыл башынан алып Стәрлетамаҡ районы хакимиәтендә 30 «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үткән, унда тәҡдим ителгән проекттарҙың дөйөм суммаһы - бер миллиард һум.

Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улына рәхмәтлебеҙ. Ул эшҡыуарлыҡ эшенә яңы һулыш бирҙе. Эшҡыуарҙар төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә. Район башлығы һәр проектты ентекле анализлай. Беҙҙә башлыса, етештереү, хеҙмәттәр күрһәтеү, туризм өлкәһе үҫешә. Былтыр, мәҫәлән, глэмпинг төҙөү маҡсатында ике эшҡыуар 25 и 7 миллион һумлыҡ ярҙам алды.

Илүсә Ырыҫҡолова, Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ, инвестициялар һәм сауҙа секторы мөдире

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә бизнесмендар перспективалы идеяларын тәҡдим итә, шулай уҡ финанс һәм һәм консультация ярҙамы ала. Республикала ярты йыл эсендә йәмғеһе мең ярым ултырыш үткән, унда ике меңдән ашыу проект ҡаралған. Заявка бирелгән инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 78 миллиард һум тәшкил итә.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ